Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 77.46 92.48

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ Республика конкурсы

10 февраль сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең овал залында Өлгөлө башҡорт ғаиләһе асыҡ Республика конкурсы зона этабының жюри ултырышы үтте. Быйыл бәйге, республиканың 4 районынан һәм 3 ҡалаһынан һайлап алынған ғаиләләргә үҙҙәренең һәләттәрен һәм йолаларын күрһәтергә мөмкинлек биргән, видеовизиткалар форматында үтте. Бөтәһе 10 ғаилә заявка бирҙе һәм уларҙың һәр береһе үҙенең үҙенсәлекле тарихын тәҡдим итте. Конкурс материалдары 5 баллы система менән бер нисә төп критерий буйынса баһаланды: ижади сығыш йөкмәткеһенең билдәләнгән темаға тап килеүе, фекер үҙенсәлеклелеге һәм уның стандарт булмауы, башҡарыу оҫталығы, мәҙәнилек, сағыулыҡ, эстетика һәм биҙәү сифаты, музыкаль оҙатыу. Ентекле ҡарау һәм тауыш биреү йомғаҡтары буйынса жюри түбәндәге ҡарарҙар ҡабул итте:
"Ғаилә ижады" номинацияһы:
I урын: Әүбәкировтар ғаиләһе (Стәрлетамаҡ ҡалаһы)
I дәрәжә Дипломы: Батыршиндар ғаиләһе (Миәкә районы).
Il дәрәжә Дипломы: Рәхимовтар ғаиләһе (Стәрлетамаҡ районы).
"Ғаилә һөнәрҙәре" номинацияһы:
I урын: Мәрвәйевтар ғаиләһе (Ғафури районы).
I дәрәжә Дипломы: Мөхәмәтшиндар ғаиләһе (Бишбүләк районы).
"Ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары" номинацияһы:
I урын: Вәхитовтар ғаиләһе(Стәрлетамаҡ ҡалаһы).
I дәрәжә Дипломы: Ғәлиәскәровтар ғаиләһе (Салауат ҡалаhы).
"МХО батыры ғаиләһе" номинацияһы:
I урын: Хәсәновтар ғаиләһе (Салауат ҡалаhы).
"Күп балалы ғаилә" номинацияһы:
I урын: Фәхретдиновтар ғаиләһе (Ғафури районы).
I дәрәжә Дипломы: Сатваловтар ғаиләһе (Ишембай ҡалаһы).
Конкурстың зона этабы еңеүселәрен ҡотлайбыҙ һәм артабан да республика кимәлендә уңыштар теләйбеҙ! Һеҙҙең тырышлығығыҙ, һәләтегеҙ һәм ғаилә ҡиммәттәренә тоғролоғоғоҙ һоҡландыра!

Оставить сообщение: